Участвуем в конкурсе, посвященном 100-летнему юбилею журнала «Агидель»

Яратҡан журналыбыҙ конкурсына
Ырымбур . «Ялҡын» вокал ансамбле ҡыҙҙары. Шиғыр авторы

 Нәфисә Смакова.

Сағыу тышлы, аҡ тулҡынлы, аҡсарлаҡлы Ағиҙел,
Тауҙар аша юлдар ярып,
Килеп еттең ҡар гизеп!
Саҡырҙымы һағындырып Каруанһарай ҡалаһы?
Йә булмаһа, киң офоҡло ысын башҡорт далаһы?
Йөҙ йыл буйы ырымбурҙар бик ҡәҙерле танышың:
Дауыт Юлтый, Амантайың, Рауил Бикбай, Агишың!
Ентекләберәк ҡараһаҡ — күркәм исем табабыҙ :
Баҫма һүҙгә нигеҙ һалған Сәғит Мерәҫ бабабыҙ!
Хуш килдегеҙ! Ҡотло булһын йөҙ йәшлек егет сағың!
Беҙ Өфөгә барған саҡта асыҡ булһын ҡосағың!